Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре 5 кешенән торған енәйәт төркөмдө ҡулға алды

Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре  5 кешенән торған енәйәт төркөмдө ҡулға алды 23.07.2014

Уларҙан ике төргәк наркотик тартып алынған.  

«Спайс» тип аталған синтетик наркотиктар ышаныслы кешеләргә генә һатылған. Тартыу өсөн тәғәйенләнгән ҡатышма  алдан билдәләнгән йәшерен урындарға һалынған. Һатып алыусы кеҫә телефоны иҫәбенә аҡса күсергәс, уға йәшерелгән наркотиктың урынын белдерәләр. Асыҡланыуынса, төркөмдө ойоштороусыға элек тә наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгәне өсөн енәйәт эше асылған була. Төркөмдөң  лидеры йәшәгән баҡса йортонда тентеү үткәргәндә, ике килограмдан ашыу тартыу өсөн тәғәйенләнгән ҡатышма табыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика