Салауат ҡалаһында үҫмерҙәр араһында сыҡҡан низағ социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙма ярҙамында киң йәмәғәтселеккә билдәле булды

Салауат ҡалаһында үҫмерҙәр араһында сыҡҡан низағ социаль селтәрҙәргә һалынған  видеояҙма ярҙамында киң йәмәғәтселеккә билдәле булды 25.09.2017

Үҙ -ара һүҙгә килгән үҫмерҙәр бәхәсте ят  күҙҙәрҙән ситтә хәл итергә була. 21 йәшлек егет мәктәп уҡыусыларын аяуһыҙ туҡмай. Арматура ярҙамында  үс алыусыларҙан ҡаза күреүселәр ҙә бар. Был ваҡиға буйынса тәфтиш комететы тикшереү алып бара.

Егермеләп кеше ике үҫмергә ҡаршы. Имәнес һүгенеүҙәр,ҡыҙған егеттәр ҡулына арматура һәм һыра шешәләре тотҡан. Ике үҫмерҙе ҡыҙ бала алдында теҙләнеп ғәфү иттерергә булалар һәм был ваҡиға кеҫә телефонына төшөрөлә. Әммә туҡмалыусы егеттәр башта был ваҡиғаны ата-әсәһенән йәшерә. Йығылдыҡ тип хәйлә ҡора. Әммә тәрән яралар тиҙ уңалмай, ул арала интернетта видеояҙма тарала. Мәктәп уҡыусыһы синыфташ ҡыҙы менән парта бүлешкәндә сыҡҡан низағ арҡаһында рәхимһеҙ туҡмала.
Ҡыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡларға егермеләп егет йыйыла. Башта ике үҫмерҙе ташландыҡ бина эсендә туҡмайҙар, һуңынан тышҡа алып сығалар. Егеттәр мөғжизә менән генә иҫән ҡала.
Йәш үҫмерҙәрҙең үҙ-ара низағы ошо шырлыҡта үтә. Ҡала шау-шыуынан ситтәге аҡланда уларҙы бер кем дә күрмәҫ һәм ишетмәҫ тип уйлайҙар. Әммә социаль селтәрҙәргә улар үҙҙәре үк һалған видеояҙма хоҡуҡ һаҡлау органдарының иғтибарын йәлеп итә.
Видеояҙманан күренеүенсә, ҡыҙ бала өсөн үс алыусылар араһында иң рәхимһеҙе Алмаз Мәхмүтов исемлеһе. Мәктәп йәшендәге үҫмерҙәрҙән күпкә оло булған  21 йәшлек егеттең ошо ваҡиғаға  тиклем дә һуғыш низағтарында ҡатнашыуы хаҡында социаль селтәрҙәрҙә лә яҙалар. Әммә ул был бәхәскә ни өсөн ҡушылған һуң? Ҡалған өлкән синыф уҡыусыларын ҡыҙ һәм ике үҫмер уҡыған мәктәптә бөтөнләй белмәйҙәр. Уҡытыусылар директор юҡлығына һылтанып беҙҙең менән аралашыуҙан баш тартты.
Ҡала хакимиәтендә ата-әсәләрҙе полицияға ғариза яҙырға мәктәп директоры өгөтләгәне хаҡында белдерҙеләр.
Лариса Шабанова, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең бүлек мөдире: «Зыян күреүсе үҫмерҙең ата-әсәһе мәктәпкә саҡыртылды. Уларға был хәл хаҡында хәбәр ителде. Синыф етәксеһе үҫмергә был ваҡиғаны тикшереүҙә ярҙам итергә һәм ата-әсәһенән ғариза яҙыуына ҡаршыламаҫҡа саҡыра».
Был ваҡиғаны тәфтиш комитеты тикшереп, үҙ һүҙен әйтәсәк. Улар барлыҡ шаһиттарҙы ла асыҡлап һорау аласаҡ.
Светлана Саттарова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы: «Тикшереү сиктәрендә был ваҡиғаға ғәҙел баһа биреләсәк .2017 йылдың сентябрендә  Салауат ҡалаһында ойошҡан үҫмерҙәр һәм уларҙың башлыҡтары тарафынан 14 йәшлек мәктәп уҡыусыларын туҡмауҙа барлыҡ деталдәр ҙә асыҡланып, закон буйынса тейешле сара күреләсәк».
Тәфтиш органдарында тарафынан  мәктәп уҡыусыларын язалаған ваҡиғаның бөтә сәбәптәре асыҡланасаҡ. Башта ҡанлы ваҡиғаға артыҡ иғтибар бирмәгән ата-әсәләрҙе, мәктәп коллективын, табибтарҙы ла  һорау  алыуҙар көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку