Салауат ҡалаһында үҫмерҙәр араһында сыҡҡан низағҡа бәйле Тәфтиш комитеты енәйәт эшен ҡуҙғатҡан

Салауат ҡалаһында үҫмерҙәр араһында сыҡҡан низағҡа бәйле Тәфтиш комитеты енәйәт эшен ҡуҙғатҡан 27.09.2017

Осраҡ социаль селтәрҙәргә һалынған  видеояҙма ярҙамында киң йәмәғәтселеккә билдәле булды. Үҙ-ара һүҙгә килгән үҫмерҙәр бәхәсте ят  күҙҙәрҙән ситтә хәл итергә була. 21 йәшлек егет мәктәп уҡыусыларын аяуһыҙ туҡмай. Арматура ярҙамында үс алыусыларҙан ҡаза күреүселәр ҙә бар.

Светлана Саттарова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы: «Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2017 йылдың 9 сентябрендә Салауат ҡалаһында йәшәүсе 21 йәшлек егет 16 йәшлек ике уҡыусыны туҡмай һәм уларҙан аҡса таптыра. Уның дуҫтары ла низағты туҡтатырға маташмай. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Шулай уҡ уның иптәштәренең енәйәттә ҡатнашлығы ла тикшереләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку