Өсөһөнә бергә 60 йыл! 12.05.2016

Башҡортостандың юғары суды инкассаторҙарға һөжүм итеүсе өс бер туған иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ҡылынған енәйәттәренә ҡарап ғәйепләнеүселәр 23, 22 һәм 15 йылға иркенән мәхрүм ителде. Бынан тыш, улар вафат булған инкассация хеҙмәткәренең ғаиләһенә 2 миллион 750 мең, зыян күргәненә 350 мең һум  аҡса түләргә бурыслы.

Мәкерле енәйәт үткән йылдың 22 авгусында теркәлде. Инкассаторҙар бер ни һиҙенмәй  банкоматтан аҡса алып тора. Уларҙың арттарынан  күптән инде күҙәтеү алып барылған. Өс бер туған ир инкассаторҙарҙың  эш маршрутын өйрәнеп тап ошо урында һөжүм итергә була. Береһе хеҙмәткәрҙәрҙең өҫтөнә биҙрә менән бензин һибә, икенсеһе ут төртә, өсөнсө туғандары тышта автомобилдә көтөп ултыра. Ләкин, енәйәтселәргә аҡса эләкмәй. Ҡорал күргәс ҡасыу яғын ҡарайҙар. Тик бына яуыз уйҙарын тормошҡа ашырып өлгөрәләр. Ун йылдан ашыу инкассатор булып эшләгән Вячеслав Симоновтың тәне 90 процентҡа яна. Дауаханала ул һәләк була. Енәйәтселәрҙе эҙләргә бар көстәр йәлеп ителә. Уларҙың йөҙҙәрен видеокүҙәтеү ҡоролмаһы төшөрөп алған. Шаһиттарға бер миллион һум аҡса ла вәғәҙә ителде.
Владислав Горкавцев, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының оператив эш буйынса полиция етәксеһе урынбаҫары:  «Енәйәтселәрҙең ниндәй автомобилдә килгәнен күреп ҡалыусылар табылды. Шаһиттар күрһәтмәһенә ярпашлы, ғәйепләнеүселәр асыҡланды. Уларҙы Өфөлә таптыҡ.  Ирҙәрҙең  береһе маршрут  автобусында ҡулға алына. Ҡалған икәүһе Өфөнөң Киров районындағы фатирҙа ине».
Енәйәтселәр  Балтас районынан  20, 26 һәм 29 йәшлек бер туғандар булып сыға. Кеше үлтереүселәр араһында эшһеҙ йөрөгәне лә, юрисҡа уҡыған студент та, эшҡыуар ҙа була. Уларҙы енәйәткә еңел аҡса табыу маҡсаты  этәргән. Прокурор енәйәтселәрҙең барыһына бергә 67 йыл һорағайны. Суд ҡылынған енәйәттәренә ҡарап уларҙы 23, 22 һәм 15 йылға иркенән мәхрүм итте. Бынан тыш, улар һәләк булған инкассация хеҙмәткәренең ғаиләһенә 2 миллион 750 мең, зыян күргәненә 350 мең һум  аҡса түләргә бурыслы. Енәйәтселәрҙең адвокаты был хөкөмдө үтә лә ҡаты, тип һанай.
Енәйәтселәр үҙ ғәйебен таный. Һәләк булыусы инкассаторҙың туғандарынан ғәфү итеүҙәрен дә һораны.
Ләкин әсә йөрәге был юғалтыуҙы кисерерлек көс тапманы. Хөкөм ҡарары менән килешһә лә, тағы ла ҡатыраҡ яза һорап мөрәжәғәт  итеү мөмкинлеген иңҡар итмәй.
Таисия Симонова, Вячеслав Симоновтың әсәһе: «Уның ғәфү үтенеүҙәре минең улымды кире ҡайтармай. Хөкөм язаһын ғәҙел тип һанайым. Ләкин тағы ла күберәк һорар инем. Минең ундай хоҡуғым бар».
Тимәк, был ваҡиғаға ла әле нөктә ҡуйылмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика