Өс кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла дүртәүһе, шул иҫәптән бер бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды

Өс кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла дүртәүһе, шул иҫәптән бер бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды 05.01.2017

Ауыр эҙемтәле юл-транспорт ваҡиғаһы  Өфө-Белорет трассаһының 192-се саҡрымында теркәлде. Полиция мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡта йәшәүсе 47 йәшлек ир идара иткән «Рено Логан» боролошҡа һыймай ҡаршы һыҙатҡа сыға. Шул мәлде  «Ford Fusion» автомобиле менән  бәрелешә. «Ford»  менән идара иткән 49 йәшлек ханым һәм  «Рено Логан»дағы  ике пассажирҙың ҡаза урында уҡ ғүмере өҙөлә.

«Форд Фьюжен»дағы 1 пассажир һәм «Рено Логан»дың водителе менән уның ике пассажиры  Белорет Үҙәк район дауаханаһына оҙатыла . Дөйөм алғанда уҙған тәүлектә республикала 7 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа 3 кешенең ғүмере өҙөлдө, 12 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды тип хәбәр итә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһы идаралығының матбуғат хеҙмәте. Инспекторҙар һауа торошона бәйле юлдарҙа икеләтә иғтибарлы булырға саҡыра. Тиҙлек режимын арттырмаҫҡа һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәргә кәңәш итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку