Ростехнадзор Өфөнефтехим предприятиеһындағы шартлау сәбәптәрен иғлан итте

Ростехнадзор Өфөнефтехим предприятиеһындағы шартлау сәбәптәрен иғлан итте 16.03.2017

Ғәҙәттән тыш хәл былтыр 16 июлдә теркәлгәйне. Утта һәм емереклектәр аҫтында предприятиеның 6 хеҙмәткәренең ғүмере өҙөлдө, икәүһе йәрәхәтләнде.

Мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, янғынға ҡорамалдарҙың таушалыуы сәбәп булған. Асыҡланыуынса, «Трубопроводсервис» эксперт ойошмаһы һауа һыуытыу ҡоролмаһының торошон теүәлләп тикшермәйенсә уны 2018 йылға тиклем файҙаланырға мөмкин тигән һығымта нигеҙендә предприятиеға рөхсәт ҡағыҙы биргән. Март-апрель айында «Спецремонтсервис» компанияһы вәкилдәре тутлаған коллекторҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә ҡоролма сафтан сыҡҡан. 6 кешенең үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле тикшереү дауам итә. Авариянан һуң «Башнефть» тәге бер нисә яуаплы етәксе вазифаһынан бушатылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку