Республикала янғынға ҡаршы саралар тейешенсә үтәлмәй

Республикала янғынға ҡаршы саралар тейешенсә үтәлмәй 17.08.2017

Профилактика, аңлатыу эштәре исем өсөн генә башҡарыла. Һөҙөмтә күҙ алдында. Республика халҡы Бөрө районының Үгеҙ ауылында туғыҙ кешенең утта янып үлеүен онотоп та өлгөрмәне, тағы бер фажиғә. Стәрлетамаҡта күп ҡатлы йортта ут сығып баланың ғүмере өҙөлдө. Марат Мәһәҙиев янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын урынлаштырыуҙы әүҙемләштереү, халыҡҡа аңлатыу эштәрен йышыраҡ ойоштороу бурысы ҡуйҙы.

Күп балалы ғаиләләр йәшәгән йорттарҙа янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын урынлаштырыу былтыр   бер-бер артлы сыҡҡан янғында балалар һәләк булғас башланды. Быйыл иһә сигнализацияны бала йәшәгә һәр өйҙә урынлаштырыу бурысы ҡуйылды. Был эш Бөрө районының Үгеҙ ауылында теркәлгән фажиғәнән һуң тағы әүҙемләштерелде. Утта бер юлы туғыҙ кешенең, шул иҫәптән биш баланың ғүмере өҙөлдө.
Үҙаллы сигнализациялар урынлаштырыу янғындарҙы иҫкәртеү эшенең бер йүнәлеше генә. Профилактика комплекслы алып барылырға тейеш, тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев.  Юғиһә, республикала янғынға ҡаршы саралар тейешенсә үтәлмәй. Профилактика, аңлатыу эштәре исем өсөн генә башҡарыла.
Былтыр республикала 4 720 йортҡа  янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы урынлаштырылған. Быйыл иһә уларҙың һаны бермә-бер артырға тейеш. Республика етәксеһе лә хәүефһеҙлек саралары өсөн аҡсаны йәлләмәҫкә ҡушҡайны.
Ут менән көрәшкә  ирекле янғын һүндереүселәр отрядтарын да йәнләндереү мөһим, тиелде кәңәшмәлә.  Әле улар исем өсөн генә ойошторолған. Күптәрҙең махсус техникаһы, янғын һүндереү ҡорамалдары ла юҡ. Ә бит урындағы ҡотҡарыусылар фажиғә урынына тәүгеләрҙән булып килеп етә. Марат Мәһәҙиев проблемаға бармаҡ аша ҡараусы етәкселәр менән һүҙ ҡаты буласаған иҫкәртте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку