Республикала тәүге урман янғындары теркәлде

Республикала тәүге урман янғындары теркәлде 05.05.2015

Учалы районында сыҡҡан ут 9 гектар ярым майҙанға зыян килтерҙе. Ялҡын менән көрәшеүгә ике сәғәт самаһы ваҡыт талап ителгән.  

Тикшереү барышында ҡазаға урында йәшәүселәрҙең береһе ғәйепле булыуы асыҡланған. Хәҙер уға ҙур ғына күләмдә штраф янай.  Дөйөм алғанда, май байрамдарында республикала тағы ла 8 урман янғыны сыҡҡан. Атап үткәндә, айҙың тәүге өс көнөндә урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы төбәк диспетчер бүлегенә Учалы, Миәкә, Борай, Благовещен һәм Дәүләкән райондарында ут сығыуы тураһында мәғлүмәт килгән.  Янғындарҙың яртыһынан ашыуы халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә теркәлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку