Республикала ҡаты хөкөм язаһына тарттырылған ир холоҡ төҙәтеү колонияһы хеҙмәткәренә ташланған

Республикала ҡаты хөкөм язаһына тарттырылған ир холоҡ төҙәтеү колонияһы хеҙмәткәренә ташланған 18.11.2016

Ваҡиға видеокүҙәтеү ҡоролмаһына эләккән. Был турала Хөкөм язаһын башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итә.

Ғәҙәттән тыш хәл ноябрь башында Мәләүез ҡалаһындағы 7-се колонияла теркәлгән. Енәйәтселәрҙең һаулығын тикшергән ваҡытта, изоляторҙа ултырған ир колония хеҙмәткәренең муйынын быуырға маташа. Ул шулай уҡ закон һағында тороусыларға буйһонорға ла теләмәй.  Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ваҡиға геройы наркотиктар менән сауҙа иткәне өсөн 10 йылға иркенән мәхрүм ителгән булған. Һуңғы ҡылығы өсөн уға тағы ла 5 йыл өҫтәлеүе ихтимал.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика