Республика клиник дауаханаһы табиптары Салауатта ҡораллы һөжүмдә яраланған өсө кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә

Республика клиник дауаханаһы табиптары Салауатта ҡораллы һөжүмдә яраланған өсө кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу  өсөн көрәшә 30.10.2015

Уҙған төн улар Өфөгә килтерелде. Зыян күреүселәр араһында 25 йәшлек егеттең хәле айырыуса ауыр, башҡа яраланыусылар ҙа реанимация бүлегендә тотола. Салауат дауаханаһында ҡалған өс ир үҙҙәрен сағыштырмаса яҡшы тоя, улар әле урындағы табиптарҙың күҙәтеүендә ҡарала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Салауатта урындағы автосервистарҙың береһенә билдәһеҙ кешеләр баҫып инеп ут асты, алты кеше яраланды, береһенең ғүмере өҙөлдө. Рәсәй әрмәндәре берлеге рәйесе Аркадий даларян зыян күреүселәрҙе Өфөгә килтереүҙә ярҙам күрһәтелгәне өсөн Башҡортостан хөкүмәтенә рәхмәт белдерҙе.
Автосервисҡа ут асыуҙа ғәйепләнеүселәр видеокүҙәтеү ҡоролмаһына ла эләккән. Тәртип һаҡлау органдарынан алынған яҡынса мәғлүмәткә ярашлы,  ҡара курткалағы һигеҙ кешенең икеһе әлегә ҡулға алынған. Ҡайһы бер фараздарға ярашлы, автосервиста эшләүселәр  һөжүмдән бер нисә сәғәт элек юлда билдәһеҙ кешеләр менән сәкәләшкән була. Был турала Башҡортостан Әрмәндәре милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Ашот Мурадян белдерҙе.  
Әлегә  тәфтиш комитеты идаралығы был  мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн раҫламай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика