Республика буйынса Эске эштәр министрлығында ауыр енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алған Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Республика буйынса Эске эштәр министрлығында ауыр енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алған Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре  бүләкләнде 19.06.2015

Улар - Артур  Зәйнетдинов менән Радик Рафиҡов.

Был кадрҙар  апрелдә төшөрөлгән.  М-5 федераль трассаһында полицейскиҙар ауыр енәйәт ҡылыусыларҙы ҡулға ала. Тикшереүҙән асыҡлауынса, улар Күмертау ҡалаһында үҙҙәренең таныштары - биш йәш кешене ҡанһыҙ рәүештә үлтергән Константин Сурков менән Сергей Букаев була. Барыһын да шаңҡытҡан был ваҡиға һәм енәйәтселәрҙе эҙәрлекләү тураһындағы хәбәр һәм ғәйепләнеүселәрҙең фотоһүрәттәре киң мәғлүмәт сараларына бирелә. Иртәгәһенә үк дежур бүлеккә әлеге егеттәргә оҡшаш  ике кешене юлда күреүҙәре хаҡында хәбәр килә. Урынға юл хәрәкәте экипажы ебәрелә. Бер нисә минуттан енәйәтселәр ҡулға алына. Оператив һәм профессиональ эш итеүҙәре өсөн инспекторҙарға ведомствоның икенсе дәрәжә «Яҡшы хеҙмәте өсөн» миҙалдары тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку