Рөстәм Хәмитов Карелиялағы фажиғәнән һуң, республика Хөкүмәтенә лагерҙарҙа ял итеүсе балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһен тағы ла бер ҡабат ҡарап сығыу бурысы ҡуйҙы

Рөстәм Хәмитов Карелиялағы фажиғәнән һуң, республика Хөкүмәтенә лагерҙарҙа ял итеүсе балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһен тағы ла бер ҡабат ҡарап сығыу бурысы ҡуйҙы  20.06.2016

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  Рөстәм Хәмитов Мәскәү мэры Сергей Собянинға ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәргән.

Башҡортосан Башлығы фекеренсә, һыуҙағы фажиғә балалар хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы ойошмаларҙың үҙ эшенә намыҫһыҙ һәм илке-һалҡы ҡарауы һөҙөмтәһе.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уҙған шәмбе Карелияның һауыҡтырыу лагерҙарының береһендә ял итеүсе 47 бала интрукторҙар оҙатыуында кәмәләрҙә күлгә төшә. Әммә көслө ел һөҙөмтәһендә суднолар түңкәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдә  14 баланың ғүмере өҙөлә. Әле фажиғәлә ғәйепләнеүсе биш кеше ҡулған алынған. Осраҡ буйынса Рәсәйҙең тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.  Шулай уҡ  бөгөн Карелияла һәм Мәскәүҙә матәм көнө тип иғлан ителгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку