Рөстәм Хәмитов Ҡалтасы, Краснокама һәм Яңауыл райондары биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан итте 30.08.2014

Ул махсус күрһәтмәгә  тиклем ғәмәлдә ҡала.

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов етәкселегендә ведомство-ара комиссия ойошторолдо. Ул күрелгән зыян күләмен иҫәпләү менән шөғөлләнәсәк. Комиссияға 20 сентябргә тиклем ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында федераль бюджеттан сығымдар бүлеүгә мөрәжәғәт әҙерләргә ҡушылған. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреүселәргә матди ярҙам күрһәтеү юлдарын барлау йөкмәтелә. Социаль инфраструктура һәм халыҡтың торлағын тергеҙеү буйынса дәүләт заказсыһы итеп Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура  буйынса дәүләт комитеты билдәләнгән. Торлаҡты тергеҙеү эштәрен Рөстәм Хәмитов 30 авгусҡа тулыһынса тамамларға ҡуша. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы зыян күреүселәргә тулы күләмдә ярҙам күрһәтергә, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты аҙыҡ-түлек, тәү кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә бурыслы. Район хакимиәттәренә торлаҡ төҙөкләндерелгәнсе ваҡытлыса йәшәү урындары ойоштороу тәҡдим ителә. 5 сентябргә тиклем  матди ярҙам бүлеү өсөн ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күреүселәрҙең тулы исемлеге әҙерләнергә тейеш. Күрһәтмәләрҙең үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика