Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйы транспорт линияһы тәфтиш идаралығы уҙған шәмбе Куйбышев тимер юлының Иглин - Таутөмән өлөшөндә ике ҡыҙҙың зыян күреүе, береһенең һәләк булыу осрағы буйынса тикшереү алып бара

Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйы транспорт линияһы тәфтиш идаралығы уҙған шәмбе Куйбышев тимер юлының Иглин - Таутөмән өлөшөндә ике ҡыҙҙың зыян күреүе, береһенең һәләк булыу осрағы буйынса тикшереү алып бара 20.03.2017

Иҫке Ҡыбау ауылы аша үткән тимер юл урындағы халыҡты ҡурҡыуға һала. Боролош - иң хәүефле урындарҙың береһе. Мал-тыуар ғына түгел, һуңғы ваҡытта кешеләрҙең дә йыш ҡазаланған урынына әйләнде. Сираттағыһы уҙған шәмбелә теркәлә.

23 һәм 17 йәшлек ҡыҙҙарҙы ҡар таҙартыусы тепловоз бәрҙерә. Машинист ашығыс тормозға баҫһа ла, һәләкәтте кисектереп өлгөрә алмай. 23 йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була, икенсеһе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханала... Уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.
Дауаханаға эләккән ҡыҙ 15 аҙналыҡ ауырын да юғалтҡан. Ә инде һәләк булыусыға ул көндә 23 йәш тулған була. Уның эштән һуң, тыуған ауылына, туғандары эргәһенә ҡайтырға тип сыҡҡанда  ғүмере өҙөлә.
Тимер юлы ла инде Иҫке Ҡыбау ауылының ҡап уртаһынан үтә. Урындағы халыҡҡа йомошон йомошлар өсөн, балаларға мәктәпкә барыр өсөн дә тап ошо юл аша үтергә тура килә. Быға бәйле урында бер ниндәй ҙә хәүефһеҙлек саралары ҡаралмаған.
Ҡасандыр ауылда тимер юлы аша сығыу юлы булған булыуын. Тик ниндәйҙер сәбәп буйынса ул алып ташлаған. 1664-се саҡрымда туҡталыш булһа ла, поездар юғары тиҙлектә үтә. Урындағы хакимиәт бәхетһеҙ осраҡтан һуң мәсьәлә хәл ителер тип ышана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку