Полиция хеҙмәткәрҙәре бер нисә ғәҙәти булмаған  һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүсене ҡулға алды 01.11.2014

Оперативниктар иғтибарына кредит биреүсе бәләкәй ойошмаларҙы талаусы егет эләгә.  

Шуныһы ҡыҙыҡ: енәйәт ҡылған ваҡытта ул бер һүҙ ҙә өндәшмәй.  Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан  күренеүенсә,  Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан офистарҙың береһенә килеүсе клиент аҡса биреүсе ҡыҙға документын тоттора. Паспорт эсендәге ҡағыҙға яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыған хеҙмәткәргә кассалағы аҡсаларҙы биреүҙән башҡа сара ҡалмай. Юғиһә, уға үлем янауы мөмкин. Ошондай уҡ осраҡ һуңынан икенсе кредит ойошмаһында ла теркәлә. Был юлы офисҡа килгән егет күҙлек кейә һәм һаҡал йәбештеп ала. Йөҙөн нисек кенә йәшерергә маташһа ла, еңел табыш артынан ҡыуыусы ҡулға алына. Үҙенең ҡылығын ул ошондай сценарийҙары булған фильмдарға артыҡ һөйөүе менән аңлата.  Полиция хеҙмәткәрҙәре әле һаҡ аҫтына алыныусының башҡа енәйәттәрҙә ҡатнашлығын тикшерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика