Полиция хеҙмәткәрҙәре 6 ғинуарҙа Өфөлә йәйәүлене төкөтөп ваҡиға урынынан ҡасҡан водителде ҡулға алды

Полиция хеҙмәткәрҙәре  6 ғинуарҙа Өфөлә йәйәүлене төкөтөп ваҡиға урынынан ҡасҡан водителде ҡулға алды 08.01.2016

Әле ул һаҡ аҫтында. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Алтынсы ғинуарҙа төнгө сәғәт икеләр тирәһендә Өфөнөң Сельская Богородская менән Новоженова урамдары киҫелешендә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Хендай аксент машинаһы йәйәүлене төкөтә. Ауыр тән йәрәхәттәренән уның шунда уҡ ғүмере өҙөлә. Водитель йәйәүленең кәүҙәһен Новоженова урамына илтеп ташлай һәм ваҡиға урынынан ҡаса. Полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләү иғлан итә. Бөгөн ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралығының эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, тәфтишселәр унан аңлатма ала. Ғәйепләнеүсенең  машинаһы Вологодская урамындағы гараждарҙың береһендә булыуы билдәле. Автомобилдең алғы өлөшө зыян күргән - бамперы ярылған, капоты, түбәһе йәмшәйгән, алғы тәҙрәһе ватылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку