Омск өлкәһендә теркәлгән фажиғәлә Башҡортостандан биш егет һәләк булды

Омск өлкәһендә теркәлгән фажиғәлә Башҡортостандан биш егет һәләк булды 13.07.2015

Һауа-десант ғәскәрҙәренең уҡытыу үҙәгендә емерелгән казармала ҡотҡарыу операцияһы 12 сәғәттән ашыу дауам итте. Емерелгән ҡоролмалар аҫтынан 42 һалдат . сығарыла. Уларҙың 19-ҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән тәүҙә урындағы дауаханаға, һуңынан махсус борт менән Мәскәүгә оҙатыла. Ҡалған 23-ө һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен тикшереү органдары асыҡлай.

Салауат районы егете Рәнис Алтынбаевтың сәхифәһендә армияға саҡырыу ҡағыҙы. Әрмегә ул июнь аҙағында ғына саҡырылған. Ҡыҙғанысҡа, фото аҫтындағы матур теләктәрҙе бөгөн иртә!н ҡайғы уртаҡлашыуҙар алмаштыра.
Омскиҙа теркәлгән фажиғәлә 23 һалдаттың ғүмере өҙөлдө. Улар араһында быйылғы яҙғы саҡырылышта әрмегә алынған биш яҡташыбыҙ, шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенән милләттәшебеҙ Азат Шәңгәрәев та бар. Һәләк булған һалдаттарҙың икәүһе, 1994 йылғы Рөстәм Шәйхуллин менән Рәнис Алтынбаев Салауат районынан. 24 йәшлек Рөстәм Йомағолов Сибайҙан. Белоретта тыуып үҫкән Вадим Нафиҡов 18, Саҡмағоштан Фидан Мәмлиев 19 йәштә. Һалдаттар уҙған шәмбелә генә хәрби присяга биргән. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда һауа десант ғәскәрҙәренең Уҡытыу үҙәге казармаһында 337 кеше булған.
Ауыр тән йәрәхәтәтре алған тағы ла 19+ һалдат тәүҙә урындағы дауаханаға, һуңынан махсус борт менән Мәскәүгә оҙатылды. Улар араһында Башҡортостандан тағы ила өс егеттең барлығы асыҡланды.
Билдәле булыуынса, 1975 йылда төҙөлгән казармала күптән түгел капиталь ремонт эштәре лә башҡарылған. Әлеге ваҡытта подрядсы компания офистарында тентеү бара.
Владимир Маркин, тәфтиш комитетының рәсми вәкиле: «Омскиҙағы бәхетһеҙ осраҡ буйынса өс енәйәт эше ҡуҙғатылған. Атап әйкәндә, «Вайымһыҙлыҡ», «Төҙөкләндереү ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу» һәм «Вазифауи вәкәлләттәрҙе арттыурыу» статьялары буйынса тикшереү башланды.
Омскиҙағы фажиғәгә бәйле, Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан башлығы Рөстәм хәмитов һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Республика хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусыларҙың туғандарына 2 миллион 337 мең һум күләмендә страховка суммаһы һәм бер тапҡыр түләнә торған 3 миллион 506 мең 28 һумлыҡ пособие биреләсәк. Һәләк булыусы һәм зыян күреүсе хәрбиҙәр хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте «ҡыҙыу линия» аша белергә мөмкин. Телефон һандарын Һеҙ экранда күрәһегеҙ. +7(3812) 92-67-66
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика