Оҙайлы тәнәфестән һуң республика биләмәһендә йәнә урман янғыны күҙәтелде 11.08.2014

Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Йылайыр урмансылығына ҡараған биләмәлә  ярты сутый ергә ут тоҡана.

Янғын сәбәбен белгестәр ҡоро ағасты йәшен һуғыуҙа күрә. Янғын таралып өлгөрмәй, урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре уны тиҙ арала һүндереүгә өлгәшә. Хәйбулла районы Комсомол ауылы эргәһендә  иһә утта 7 ярым гектар урман зыян күрә.Ут һүндереүгә 30 кеше һәм 8 берәмек техника йәлеп ителә. Апрель айынан алып Башҡортостан урмандарында 31 янғын  теркәлгән. Шуларҙың 10-һы ут менән һаҡһыҙ эш итеү, етәүһе йәшен һуғыуға бәйле. Ут төртөү һәм электр сымдары өҙөлөү сәбәпле янғын сығыу осраҡтары ла бар. Байтаҡ янғын сығыу осраҡтарының сәбәптәре әле асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика