Нефтекама ҡалаһының Социалистик урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүсе ир тәмәке тартып үлемдән саҡ ҡалған

Нефтекама ҡалаһының Социалистик урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүсе ир тәмәке тартып үлемдән саҡ ҡалған 18.02.2016

Фатир эсенән көслө төтөн сығыуын һиҙеп ҡалып, янғын һүндереүселәрҙе ирҙең күршеләре саҡыра. Ҡотҡарыусылдар, оҙаҡ уйлап тормай, фатирҙың ишеген ҡутарып алып, эскә үтә.  

Фатир хужаһының кәүҙәһен коридорҙа табалар, ул иҫән булып сыға. Ялҡын тиҙ арала һүндеерлә. Күҙаланыуынса, ут ҡазаһына һүндеерлмәгән тәмәке төпсөгө әспәбес ебулған. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, янғын сәбәпсеһенә ярҙам ваҡытында иклепр өлгөрә, улар саҡ ҡына һуңлаһа, ир  аңына ла килә алмай, төтөндән тонсоҡҡан булыр ине.    
Илдар Лотфуллин, Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары һәм Краснокама районы буйынса янғын хәүефһеҙлеген  күҙәтеү бүлеге хеҙмәткәре: «Янғын биш минут эсендә  һүндерелде. Ялҡындан бөтә фатирҙы һөрөм ҡаплаған. Бигерәк тә ут сыҡҡан  йоҡо бүлмәһе зыян күргән. Янғынға һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө сәбәпсе булғандыр, тип уйлайбыҙ».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку