Нефтекама ҡалаһында ҡулға алынған кешелә бер тапҡыр ҡулланыла торған 20-гә яҡын доза синтетик наркотик табылған

Нефтекама ҡалаһында ҡулға алынған кешелә бер тапҡыр ҡулланыла торған 20-гә яҡын доза синтетик наркотик табылған 03.10.2014

Әле был матдәләрҙең фажиғәләргә килтереү ихтималлығы тикшерелә. Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы 4 тәүлектә ҡала    дауаханаһына ағыуланыу билдәләре менән 40-ҡа яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.  Бынан тыш, үлем осраҡтары ла текәлгән.

Ун ете йәшлек улын юғалтҡан Анна Яронова күҙ йәштәренән тыйыла алмай. Киләсәккә яҡты өмөттәр бағлаған, хәрби кеше булырға йыйынған үҫмерҙең ғүмере ҡапыл өҙөлөүенә ышанып бөтә алмай.
Нурия Рәхмәтуллинаның 16 йәшлек улы бәхеткә, иҫән ҡала. Ул да, шулай уҡ билдәһеҙ матдә менән ағыуланған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡала урамынан табылып, урындағы дауахана реанимация бүлегенә оҙатыла. Табиптар үҫмерҙең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала.
Дөйөм алғанда, Нефтекамала синтетик наркотиктан 39 кеше ағыуланған, ете кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөгөн ҡала халҡы мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатты.
Әлеге ваҡытта, был осраҡ буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 238-се статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатыған. Ул хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән тауарҙарҙы етештереү, һаҡлау, күсереү, эштәр йәки хеҙмәттәр башҡарыу сәбәпле, яңылыш ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә бәйле. Республика депуттары һуңғы көндәрҙә теркәлгән бәхетһеҙ осраҡты иҫәпкә алып, ата-әсәләрҙе балаларына күҙ-ҡолаҡ булырға саҡыра.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, был осраҡ буйынса полиция тарафынан  бер кеше ҡулға алынған. Тентеү барышында унан 20 дозанан ашыу синтетик наркотик табыла.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку