Наркополиция Өфөлә ярты килограмдан ашыу тилерткес матдәне юҡ итте

Наркополиция Өфөлә ярты килограмдан ашыу тилерткес матдәне юҡ итте 28.08.2014

Наркотик таратыусы енәйәтсел  төркөм башлығы - 29 йәшлек ир менән уға ярҙам итеүсе ике ҡатын ҡулға алынған.

Наркотикты улар  Интернет аша һатып алып, ҡуртымға алынған фатирҙа төргән. Артабан тилерткес матдә шартлы билдәләр ҡуйып таратылған. Енәйәтсе төркөм башлығы  синтетик наркотик һатырға  маташҡан  мәлдә ҡулға алына. Унан 100 пакет тыйылған матдә тартып алынған. Наркотиктар ныҡ төрөлгән һәм уларҙың һәр береһенә исеме яҙылған. Быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған төркөм башлығы  йәшәгән фатирҙа  300 грамм синтетик наркотик табылған. Ә төркөмдөң ике ағзаһы үлән төнәтмәһе һатҡан саҡта тотола. Тентеү барышында  ярты килограмдан ашыу наркотик, аҡса, пневматик пистолет һәм башҡа махсус әйберҙәр тартып алынған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку