Наркомандарға яңы йыл дозаларын таратыусылар ҡулға алынды 12.01.2016

Байрам алдынан наркополиция хеҙмәткәрҙәре баш ҡалала тилерткес матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше менән шөғөлләнеүсе 22 һәм 24 йәшлек ике егетте ҡулға алды.

Йәш кешеләр байрам алдынан синтетик наркотиктар партияһын алып, уларҙы Өфөнөң төрлө мөйөштәрендәге йәшерен ҡумталарға таратырға йыйынған. Сираттағы «бүләкте» һалғанда, улар тәртип һаҡсыларының ҡулына эләгә. Тентеү барышында егеттәрҙең кеҫәләрендә наркотиклы төргәктәр табыла. Оператив саралар барышында йәш кешеләр ҡуртымға алған фатир тикшерелә. Дилерҙар йәшәгән  йорттоң бүлмәләрендә наркотик матдәләр һалынған төрлө ҙурлыҡтағы 200 пакет сыға. Әйләнештән барлығы 1 килограмм 200 грамм наркотик алына. Йәш кешеләр интернет аша  енәйәт төркөмөнә йәлеп ителгән булыуы асыҡлана.  Уларға күләмле партия наркотикты дозаларға бүлгеләп, йәшерен ҡумталарға урынлаштырыу бурысы йөкмәтелә. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика