Наркоконтроль ата-әсәләрҙе һаҡ булырға саҡыра 01.09.2014

Белем көнө алдынан Рәсәйҙең наркоконтроль хеҙмәте ата-әсәләргә мөрәжәғәт ҡабул итте.

Унда уҡыусыларҙы наркотиктар йоғонтоһонан ҡурсалауҙы көсәйтеү маҡсатында балаларға иғтибарҙы бермә-бер арттырыуҙы һорайҙар. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ил буйынса 8 миллион кеше даими рәүештә йәки ваҡыты-ваҡыты менән наркотик ҡуллана. Был - Рәсәй халҡының 5,6 проценты тигән һүҙ. Башҡортостанда наркодиспансерҙарҙа 10 мең самаһы кеше иҫәптә тора. Асылда уларҙың һанының байтаҡҡа күберәк булыуы ла ихтимал - барыһын да иҫәпкә ҡуйыу мөмкин түгел. Шуға күрә наркоконтроль хеҙмәте ата-әсәләрҙе үҙ балаларына иғтибарлы булырға, улар менән әңгәмәләр ҡорорға, тәртибен контролдә тоторға, холоҡтарын күҙәтеп барырға саҡыра. Сөнки үҫмер наркотик ҡуллана башлау менән уның холҡо ла үҙгәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика