Нөгөш һыуһаҡлағысында батып һәләк булған үҫмергә бәйле яңы мәғлүмәт

Нөгөш һыуһаҡлағысында батып һәләк булған үҫмергә бәйле яңы мәғлүмәт 31.05.2016

Мәләүез районы гимназияһы уҡыусылары әйтеүенсә, уҡытыусылар балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе был хәл тураһында хәбәр һөйләүҙе, социаль селтәрҙәргә яҙыуҙы тыйған.

Нөгөш һыуһаҡлағысында уҙған йәкшәмбе теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ тирәләй төрлө яҡлы фекерҙәр ҡуйыра. Эшҡыуар Ләйсән Тажиева йыл да һыу инеү миҙгеле алдынан сауҙа сатырын әҙерләй. Ул көндө лә ул тормош иптәше менән Нөгөш ярында бергә булған. Балаларҙың ҡарауһыҙ һыу инеүҙәрен күргән.
Мәләүез районы гимназияһынан 19 бала һәм биш өлкән кеше урындағы ландшафты өйрәнер өсөн походҡа сыҡҡан була. Шаһиттар уҡыусыларҙың ҡарауһыҙ йөҙөү пантоны өҫтөндә туп уйнағанын, һыу ингәнен күргән. Ярҙам һорап ҡысҡырыша башлағанда, уҡытыусылар ярға йүгерә. Был мәлдә 14 йәшлек үҫмер һыу төбөнә киткән була. Ә ҡотҡарыу хеҙмәте ике сәғәттән  һуң ғына саҡыртыла, ти шаһиттар. Һыуҙан баланың кәүҙәһе иртәгәһенә генә сығарыла.
Походтың аяныслы тамамланыуын уҡытыусылар  ата-әсәләргә эңер төшкәс кенә хәбәр итә. Быға тиклем педагогтар нимә эшләгән, ни өсөн улар ҡотҡарыусыларҙы ваҡытында саҡыртмаған? Билдәһеҙ... Социаль селтәрҙә синыфташтарының һыуға батыуы тураһында мәғлүмәт биштәр тирәһендә яҙыла. Тик һуңынан был яҙыу ҙа билдәһеҙ сәбәп буйынса юйыла. Ә мәктәп уҡыусыларына был хәл тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушалар. Уҡытыусыларға яҡын барырлыҡ түгел.Буш мәктәп коридоры, бикле уҡыу бүлмәләре. Белем усағында синыф етәксеһе лә, география уҡытыусыһы ла булманы. Ә мәктәп директоры  аңлатма биреүҙән бөтөнләй баш тартты.
14 йәшлек Булат Алтынсурин уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмаған. Милли көрәш буйынса күп тапҡырҙар район еңеүсеһе тип тә танылған. Был хаҡта малайҙың тиҫтәләп миҙал, Маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Үҫмер бер туған ағаһы менән бергә гимназия намыҫын республика кимәленә күтәргән уҡыусыларҙың береһе.
Бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле һорауҙар күп. Аныҡ яуап ҡына юҡ. Һыу инеү миҙгеле әлегә рәсми асылмауға ҡарамайынса, балаларҙың ҡарауһыҙ һыуға барыуҙары, ҙур һыу ятҡылығында ҡотҡарыу хеҙмәтенең булмауы һәм башҡалар...  Әйткәндәй, был тирәлә ҡотҡарыусылар  67 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Күмертау ҡалаһында ғына бар.
Нөгөш һыуһаҡлағысы уртаса 15 метр тәрәнлектә. Урыны менән 30 метрға ла барып етә. Һыуҙың тәрәнлеген дә аныҡ ҡына билдәләп булмай. Сөнки ярҙан бер-нисә аҙым атлағас та һыу төбө ҡапыл юғала. Өҫтәүенә,  урында бер ниндәй ҙә иҫкәртеү саралары юҡ.
Бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле ғәйеплеләр әлегә билдәһеҙ.  Тәфтиш комитеты ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку