Меңдәрсә балыҡтың ҡырылыуына кем ғәйепле?

Меңдәрсә балыҡтың ҡырылыуына кем ғәйепле? 08.07.2016

Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылы эргәһендәге күренеш хаҡында алдағы сығарылыштарҙа хәбәр иткәйнек инде. Ваҡиға урынына беҙҙең ижади төркөм балыҡсылыҡ тармағын күҙәтеү хеҙмәткәрҙәре менән бергә барып ҡайтты. Ентекләп тикшергәндән һуң, белгестәр хәлдең экологияға бәйле булыуын билдәләне. Яҙ Ағиҙел  йылғаһының ташыуынан ҡалған һыу үҙәндәре, һуңғы ваҡытта көндәрҙең эҫе тороуына бәйле ҡороған. Был балыҡтарҙың һәләк булыуына килтергән.

Ирина Чижова, Рәсәй балыҡсылыҡ тармағын күҙәтеүҙең төбәк  идаралығы  белгесе: «Балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы экологияға бәйле. Был урын һыуҙан алыҫ урынлашҡан. Бер ниндәй предприятие ла бәйле булмауын билдәләргә кәрәк. Бары яҙғы ташҡындан ҡалған һыу үҙәндәренең кибеүе генә сәбәпсе. Кеше факторы йоғонтоһонда түгел».
Әммә шаһиттар уның киреһен иҫбатлай. Республикала яҙ айҙарында балыҡ тотоусыларға ҙур күләмдә штраф һалына, ә бында меңдәрсә балыҡтың тирә-яҡ мөхитте бысратып ятыуы бер кемде лә хафаға һалмай. Был беренсегә генә күҙәтелгән осраҡ түгел, ти урындағы халыҡ. Улар фекеренсә, йылға байлығына иғтибар көсәйтеү көн талабы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика