Маҡсаттары кеше үлтереү булған

Маҡсаттары кеше үлтереү булған 09.03.2016

Тәфтиш комитеты инкассаторҙарға һөжүм ойоторған ағалы-ҡустылыларға ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Материалдар бөгөн судҡа тапшырылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ былтыр август айында  20 һәм 25 йәштәрҙәге ирҙәр Сбербанк хеҙмәткәрҙәрен үлтереү һәм талау маҡсатында бронеавтомобилде эҙәрлекләй.  Сираттағы банкоматты хеҙмәтләндергән мәлдә  һөжүм итеүселәрҙең береһе  биҙрәгә ҡойолған яғыулыҡты инкассаторҙарға һирпә,  икенсеһе уларҙың өҫтөнә ут төртә. Көслө ялҡын енәйәт ҡылыусыларға  3 миллион һум самаһы  аҡса һалынған муҡсаны  урларға мөмкинлек бирмәй. Ваҡиғала һәләк булған инкассатор үҙ кәүҙәһе менән коллегаһын ышыҡлай. Әле тикшереү тулыһынса асыҡланған. Материалдар судҡа тапшырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика