Мәскәүгә осорға йыйынған самолет пассажирҙарына бөгөн бер нисә сәғәт «Өфө» аэропортында ултырырға тура килгән 07.01.2016

Урал һауа юлдары компанияһының «Эйрбас А-320» рейсы   иртәнге сәғәт 8-се яртыла һауаға күтәрелергә тейеш була. Әммә  ул тәүҙә 12-се яртыға, һуңынан инде көндөҙгө икегә күсерелә.

Авиакомпания һәм аэропорт вәкилдәре әлегә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй. Пассажирҙар фекеренсә, самолет осоу һыҙатына сығып тиҙлек йыя башлаған мәлдә ҡапыл туҡтай һәм кире туҡталышҡа борола. Рейстың тотҡарланыуы техник сәбәптәргә бәйле булыуы ихтимал. Алты сәғәт ваҡыт үткәндән һуң  судно һауаға күтәрелгән.  Мәскәү ваҡыты менән ул ике тула биш минутта Домодедово аэропортына төшкән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика