Мәләүез ҡалаһы предприятиеларының береһендә хеҙмәткәр өҫтөнә бетон ҡоролма ишелеп төшкән

Мәләүез ҡалаһы предприятиеларының береһендә   хеҙмәткәр өҫтөнә бетон ҡоролма ишелеп төшкән 24.08.2017

Зыян күреүсе ваҡиға урынында һәләк була. Шаршамбы көн теркәлгән бәхетһеҙ осраҡты Тәфтиш комитеты тикшерә. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса «Мәләүез минераль ашламалары» йәмғиәтендә төҙөлөш эштәре барған.

Бетон плитәләрен һүткәндә ишелгән ҡоролма 31 йәшлек хеҙмәткәрҙең өҫтөнә килеп төшә. Алынған  тән йәрәхәттәренән эшсенең ғүмере өҙөлә.  Әлеге ваҡытта үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү бара. Бының өсөн предприятиеның хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре документтары алынды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку