Әлшәй районында браконьерлыҡта ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды

Әлшәй районында браконьерлыҡта ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды 13.02.2016

10 февралдә  Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә урында йәшәүселәр шылтырата. Улар Әбдрәшит менән Отрада ауылдары араһында ҡорал тауышы ишетелеүен,  ике ҡаргиҙәрҙә таныш булмаған дүрт кеше йөрөүен хәбәр итә.

Ваҡиға урынына тиҙ арала лицензия-рөхсәт хеҙмәте инспекторҙары сыға. Улар урманда  тиреләре туналған һигеҙ ҡоралайға юлыға. Тикшереү барышында ғәйепләнеүселәрҙең ҡуян менән төлкөгә генә лицензияһы булыуы, шуға ҡарамаҫтан икенсе хайуандарға ла һунар итеүҙәре асыҡлана.  Браконьерҙар ҡоралайҙарҙың итен ҡар аҫтына күмеп өлгөрә. Әле күрелгән зыян күләме билдәләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку