Кушнаренко районы хужалыҡтарының береһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек

Кушнаренко районы хужалыҡтарының береһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек 25.08.2017

Беҙҙең редакция ватцабына ебәрелгән  видеояҙманан күренеүенсә, ялҡын тиҙ арала ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән мал аҙығын ялмап алған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 370 төк самаһы бесән янған. Ғәҙәттән тыш хәл Башагроген хужалығында теркәлгән.

Ут төнгә ҡарай сыға. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре шундуҡ яҡын урынлашҡан ферманан малдарҙы хәүефһеҙ урынға күсерергә тотона. Ҡоро бесәнгә тоҡанған утты һүндереү мөмкин түгел ине, ти шаһиттар. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ биҙрә, көрәктәр менән ҡоралланып янғындың таралыуына юл ҡуймау өсөн төнө буйы дежурлыҡ ойоштора.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, хужалыҡтын дошмандары булған. Шуға күрә берәйһенең ут төртөүе лә ихтимал.  
Ауылды ҡаплаған ҡуйы төтөн төшкә ҡарай ғына таралды. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүеселәр юҡ. Ә бит йорттар ферманан бер-нисә метр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан.
Әлеге ваҡытта тикшереү дауам итә. Белгестәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Ә хужалыҡ зыян күләмен иҫәпләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку