Краснокама районында теркәләгән аварияла бер кеше вафат булды 08.09.2015

Кисә Нефтекама-Яңауыл юлында «Tойота Королла» водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып «Мицубиси Паджеро» менән бәрелешә. Юл-транспорт фажиғәһендә Нефтекамала йәшәгән 63 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Ул «Tойота Королла» автомобиленә идара иткән була. Икенсе водитель һәм уның ике пассажиры дауаханаға оҙатыла.  Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, транспорт саралары ҙур ғына зыян күрә. Башҡа автомобилдәргә авария урынын ваҡытлыса баҫыу аша урап үтергә тура килә.

Тағы ла бер авария видеотеркәү ҡоролмаһына эләккән. Ул кисә баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамында теркәлгән. Кадрҙан күренеүенсә, аҡ төҫтәге «Лексус» водителе «Рено Логан» автомобиленең юлын ҡыя. Шунлыҡтан һуңғы иномарка ҡапыл ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға.  Һөҙөмтәлә ул «Шкода Октавия» менән бәрелешә. Бәхеткә күрә, водителдәр зыян күрмәй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика