Красногорск шаңдауы Красноусолда 27.10.2015

Бөгөн Ғафурила район   хакимиәте автомобиленә  һөжүм иттеләр. Бәхеткә күрә был ваҡытта машина эсендә береһе лә булмай. Әле ут асыусы ҡулға алынған. Ул үҙенең ғәйебен таный. Шаһиттар әйтеүенсә, ул йәшенергә уйламаған да. Ҡулына ҡорал алырға ғәйепләнеүсене нимә этәргән?

Киноларҙа ғына  һүрәтләнә торған ваҡиға Ғафури районы үҙәгендә иртәнге туғыҙынсы 10 минуттар тирәһендә теркәлде. Был ваҡытта ауыл халҡы эшкә, балалар мәктәпкә ашыға. Район хакимиәтендә хеҙмәткәрҙәр оперативкаға йыйылған була. Атыу тауыштары ишеткәс барыһы ла урамға йүгереп сыға.
Шаһиттар әйтеүенсә, һөжүм итеүсе асыҡтан-асыҡ эш иткән. Үҙ автомобилендә хакимиәт бинаһы алдына килеп туҡаған. Халыҡтың үтеп киткәнен көтөп торған да машинаһының тәҙрәһен төшөрөп тоҫҡап атҡан. Һунар мылтығының көслө яһауы Ланд Круизер автомобиленең уң яҡ алғы һәм артҡы ишеген тишеп үтә.
Полицияғы һөжүм итеүсене оҙаҡ эҙләргә тура килмәй. Ул үҙе үк тигәндәй хоҡуҡ һаҡсыларына бирелә. Баҡтиһәң ҡулына ҡорал алыусы районда билдәле шәхес булып сыға. Фәрит  Сафин ваҡытында Сәйетбаба ауылында хакимиәт башлығы булып эшләгән, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән. Һуңғы һайлауҙарға тиклем ауыл советы депутаты булған. Ҡайҙа эшләһә лә уның менән бер ниндәй ҙә низағ сыҡҡаны булманы, ти район хакимиәте вәкилдәре.
Ә бына ғәйепләнеүсенең ауылында ығы-зығы  йыш булған. СӘйетбабаның ғәмәлдәге башлығы әйтеүенсә, Фәрит Сафин ғауғаларға яратҡан. Ғәйепләнеүсе менән һуңғы күрешеү ҙә суд залында булды , ти ауыл хакимиәте башлығы.
Сафиндың таныштары иһә бөтөнләй икенсе фекерҙә. Ул башлыҡ булғанда ауыл йәнләнеп ҡалды, байтаҡ социаль объекттар төҙөлдө, ти улар.
Ғәйепләнеүсенең элекке ҡатыны ла уның турала яҡшы фекерҙә. Һәр саҡ ғәҙеллек талап   итте, ти Зилә ханым.
Сафиндың ниндәй ғәҙеллек талап итеүен хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлаясаҡ. Һәр хәлдә ул тәфтишселәр һәм журналистар иғтибарын йәлеп итеүгә өлгәште. Әйткәндәй, район хакимиәтенә һөжүм итеү Ғафурила тәүгә түгел. Бер нисә йыл элек кенә төбәкте етәкләгән Әхәт Шаһивтың аяғына травматик пистолеттан атҡайнылар. Ул сағында енәйәтсе шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителеү менән генә ҡотолдо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика