Консерваларҙан һаҡ булығыҙ

Консерваларҙан һаҡ булығыҙ 20.07.2015

Консерваланған томаттарҙа ботулизм сире микробтары табылған. Был ҡурҡыныс эсәк ауырыуы нерв системаһына зыян килтерә, тәнде фалиж һуға.

Ботулизм микробтары өйҙә тоҙланған йәшелсәләрҙә, бәшмәктә һәм балыҡта осрай. Уның  һеркәләре хайуан аҡһымы һәм кислород булған мөхиттә тиҙ үрсей. Марий Эл Республикаһында ҡурҡыныс сир менән ауырыусы бер кеше теркәлгән. Ир магазинда һатып алынған консерваланған томаттар ашап ағыулана. Бер тәүлектән ул реанимацияға эләгә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы халыҡты һаҡ булырға, был продукцияны ашауҙа ҡулланмаҫҡа кәңәш итә. «Экстра» категорияһына ингән һутта стерилләнгән томаттар Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында етештерелгән.

Гөлфиә Сәләхетдинова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы белгесе: «Помидорка» сауҙа маркаһы «Агро-инвест» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә генә етештерелә. Ошо продукцияның сауҙа селтәрҙәрендә һатылыуы иҫбатланғанда, ул һатыуҙа тыйыласаҡ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку