Кисә Цюрупа-Коммунистик урамдары киҫелешендә теркәлгән авария һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө 07.10.2014

Ейәнсәрен етәкләгән пенсионер юлды сығып барған була.

Уларҙы ВАЗ-2110 автомобилендә хәрекәт итеүсе 23 йәшлек егет бәреп йыға. 1947 йылғы ир дауаханала вафат була, баланың башы йәрәхәтләнгән. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Өфөнөң Октябрь проспектында төнгө сәғәт ун икенсе яртыла теркәлгән авария ла фажиғәле тамамлана. Трамвай урамынан боролғанда, ПАЗ автобусының 35 йәшлек водителе юл буйлап китеп барған ирҙе шәйләмәй, бәрҙереп китә. Артабан көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалған водитель алда барыусы «ВАЗ 2107» машинаһына бәрелә. Асыҡланыуынса, был ваҡытта йәмәғәт транспортында пассажирҙар булмай. Алынған йәрәхәттәрҙән 59 йәшлек йәйәүле дауаханала һәләк була. Әле ваҡиға буйынса тикшереү эше бара.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика