Кисә кис эфирҙа Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 95-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балаларҙың билдәһеҙ дарыуҙарҙан ағыуланғанын хәбәр иткәйнек

Кисә кис эфирҙа Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 95-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балаларҙың билдәһеҙ дарыуҙарҙан ағыуланғанын хәбәр иткәйнек 20.10.2016

Әле өс сабый Республика балалар клиник дауаханаһында ята. Өс йәшлек балалар тәрбиәсенең сумкаһынан таблеткалар алып, ауыҙҙарына ҡаба. Был ваҡытта тәрбиәсе бер нисә ҡыҙҙы бәҙрәфкә алып барған була. Тәрбиәсе ҡутарылған сумкаһын күреп, балаларҙан кем, нимә ҡапҡанын һораша башлай.

Бер малай ғына ауыҙына ҡайһы таблетканы алғанын күрһәтә, уны шул ваҡытта әсәһе алырға килгән була. Баланың йөҙө үҙгәрә, хәлһеҙләнә, күңеле болғана. Сабый шунда уҡ Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатыла. Ә ҡалған икәүһен «Ашығыс ярҙам» машинаһы өйҙәренән алып китә. Балалар баҡсаһының дежур табибы ҡалған балаларҙы ла ҡарап сыға.
Эске эштәр министрлығы был хәл буйынса тикшереү эше башлаған. Ата-әсәләр күңелһеҙ хәлдә ғәйепте тәрбиәселә күрмәй. Улар балалар менән атай-әсәйҙәр аңлатыу эштәре алып барырға тейеш, баланы тәрбиәсе ҡарамағында ғына ҡалдырып, бөтә яуаплылыҡты уның өҫтөнә япһарыу дөрөҫ түгел, тигән фекерҙә.
Мөнирә Кәримова, Өфөнөң  95-се балалар баҡсаһының ата-әсәләр комитеты рәйесе: «Беҙ әле тәрбиәсене яҡлап, ҡултамға йыя башланыҡ. Әлеге ваҡытта уларҙың һаны һикһәндән ашыу. Минең үҙемдең ике баламдың тәрбиәсеһе лә ул. Бик ипле,үҙ эшен яратып башҡара. Был күңелһеҙ хәлдә уға ла бик ҡыйын, шуға ла ҡаты ҡағылмаһаҡ ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика