Кисә көндөҙгө сәғәт дүрттәрҙә хәбәрһеҙ юғалған Полина Иванова табылды

Кисә көндөҙгө сәғәт дүрттәрҙә хәбәрһеҙ юғалған Полина Иванова табылды 28.12.2017

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе 14 йәшлек үҫмер ҡыҙҙың кәүҙәһенә төнгө сәғәт өстәрҙә йөк поезы машинисы тап була. Әлеге ваҡытта бәхетһеҙ осраҡ буйынса ваҡиға урынында оператив-тикшереү эштәре бара, үлем сәбәптәре асыҡлана.

Полина Иванова Ҡырмыҫҡалы ҡасабаһының 2-се дөйөм белем биреү мәктәбендә 8 се синыфта уҡый. Уҡытыусылар әйтеүенсә ҡыҙ тик бишле билдәләренә өлгәшә. Кисә көндөҙгө сәғәт дүрттәрҙә белем усағынан сығып китә, әммә өйөнә ҡайтмай.Билдәһеҙ сәбәптәр менән юғала.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, Полина әхирәттәре кеүек үк Яңы йыл кисәһенә әҙерләнгән. Байрам алдынан үҙенең матур күлдәген алырға тип мәктәптән сыға. Унан оҙаҡ хәбәр булмағас, ата-әсәләре тейешле органдарға хәбәр итә. Ҡыҙғанысҡа, үҫмер ҡыҙҙың кәүҙәһе табыла.
Ҡыҙҙың өләсәһе ейәнсәренә ҡарарға ла ҡурҡа. Сөнки кисә генә шау-гөр килеп яңы йылға әҙерләнһә, бөгөн йыназаға әҙерләнәләр. Полинаның кәүҙәһе тимер юлында табыла, Ҡырмыҫҡалыла түгел, ә Өфөлә. Мәктәптә уны тырыш, уҡыуға яуаплы ҡарай ине, тип иҫкә алалар.
Полина өс балалы ғаиләлә тәүге сабый була. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында оператив-тикшереү эштәре бара. Үлем сәбәптәре, үҫмер ҡыҙҙың ни сәбәптән Ҡырмыҫҡалы ҡасабаһынан Өфө-Черниковканың 1623-сө саҡрымындағы тимер юлына барып сығыуы асыҡлана. Һөҙөмтәләрҙән һуң процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку