Кисә Ҡара диңгеҙ өҫтөндә ҡолаған ТУ 154 самолетының ҡара ҡумталары табылған

Кисә Ҡара диңгеҙ өҫтөндә ҡолаған ТУ 154 самолетының ҡара ҡумталары табылған 28.12.2016

Белгестәр уларҙағы мәғлүмәтте тикшерә. Һөҙөмтәлә фажиғә сәбәбенең тағы бер фаразы барлыҡҡа килде - йәғни, самолет ҡанаттарҙағы күтәреү көсө етмәүҙән һәләкәткә осрауы ихтимал. Белгестәр аңлатыуынса, был закрылкаларҙың дөрөҫ эшләмәүенә бәйле. Быға тиклем  ТУ 154, двигателдәренә нимәлер эләгеү һөҙөмтәһендә ҡолаған тигән фараздар белдерелгәйне. Шулай уҡ һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ҡотҡарыусылар тарафынан 15 кәүҙә табылған. 25 декабрҙә самолет бортында Һауаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәре полковнигы Әмир Хәсәнов тә булған. Ул сығышы менән Федоровка районының Балыҡлы ауылынан.

Бакир Хәсәнов хәҙер тик улының кәүҙәһе табылыуын теләй. Ҡара диңгеҙ буйынан яңылыҡтар көтөп ул телевизорын бер минутҡа булһа ла һүндермәй. Өҫтәлдә полковник Әмир Хәсәновтың фотоһүрәттәре, ул бүләк иткән сәғәт. 25 декабрь, фажиғә тураһында ишеткәс, ул беҙгә ҡағылыр тип уйламаныҡ та, ти Менәүәрә ханым. Ҡайғылы хәбәрҙе уларға яҡындары еткерә.
Улдарының Сүриәгә юлланыуы тураһында ата-әсә белмәгән дә. Һауаға ҡаршы ғәскәрҙәр полковнигы, ҡайһы яҡта хәрби бурысын үтәүе тураһында яҡындарына әйтергә тейеш тә булмаған. Ул бала саҡтан илен яҡлаусылар рәтенә баҫырға теләне тип иҫкә ала Бакир Кәшәф улы. Һәм был хыялын тулыһынса тормошҡа ашыра.
Әмир Хәсәнов алдынғы күрһәткестәр менән Ырымбурҙың юғары зенит ракета училищеһын тамамлай, аҙаҡ Германияла хеҙмәт итә, шулай уҡ ПВО ғәскәрҙәренең хәрби академияһында белем ала. Балыҡлы мәктәбе уҡытыусылары ла уны бик ныҡышмал һәм тырыш уҡыусы ине тип хәтерләй.
Хәрби бурысын үтәгәндә лә Әмир Бакир улы үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Ул бихисап орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Полковник айырыуса  ҡаһарманлыҡ өсөн тапшырылған Суворов миҙалы һәм Владимир Путиндың рәхмәт хаты менән ғорурланды ти яҡындары. Бәлки, ҡасандыр был наградалар Балыҡлының мәктәп музейында ла күрһәтелер. Бында билдәле яҡташтарына арналған экспозиция күптән бар. Райондағылар Әмир Хәсәновты, тыуған яҡтарына һирәк ҡайтып йөрөүенә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла онотмаған. Полковникты һуңғы юлға оҙатыуҙы ла район хакимиәте үҙ өҫтөнә алырға әҙер.  
Эдуард Сәлишев, Федоровка районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Беҙ геройыбыҙҙың ерләү сараларын ойоштороуға  әҙер. Транспорт бөгөн үк Өфө аэропортына сығырға тора, Әмир Хәсәновтың ауылындағы зыяратҡа тиклем юлдар ҙа асылған. Оркестр йәлеп итеп, тантаналы митинг ойошторасаҡбыҙ».
Әле ҡыҙғанысҡа, Әмир Хәсәновтың кәүҙәһе табылмаған. Уның шәхесе асыҡланғас та, табут башта Чита ҡалаһына оҙатыласаҡ. Бында полковник менән уның хеҙмәттәштәре бәхилләшәсәк. Артабан Әмир Хәсәнов тыуған ауылында, Балыҡлыла ерләнәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку