Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт вертолет ҡолап төшөү осрағы буйынса «Лайт Эйр» авикомпанияһын тикшерәсәк 11.05.2017

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бәхетһеҙ осраҡ 4 майҙа теркәлде. Роббинсон-44 вертолеты Белорет районында урман янғындарын күҙәтеү маҡсатында һауаға күтәрелгән була. Авиаһәләкәттә борттағы өс кеше һәләк булды. «Лайт Эйр» компанияһы осоу аппараттарының ғәҙәттән тыш хәлдәргә осрауы беренсегә генә түгел.

Былтыр февралдә генә  Ан-2 самолеты ҡолап төшөп, борттағы өс кешенең ғүмере өҙөлгәйне.  Бер йыл элек Робинсон вертолеты Өфө эргәһендә ҡолап тигәндәй төшә, тағы ла ошо уҡ авиакомпанияның осоу аппараты Мәләүез районында мәжбүри ултырыш яһай. Был осраҡтар авиакомпанияның эшенә ҡарата һорау тыуҙыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика