Хәйерһеҙ иртә 16.06.2016

Бөгөн Черниковка биҫтәһенең «Нахальный» киҫелешендә ҡурҡыныс авария теркәлде, унда кәм тигәндә ете автомобиль зыян күрҙе.  Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, ҡапыл тормоздары ысҡынған «Пазик» алда барыусы машинаға бәрелә. Һөҙөмтәлә юл осрағына ете транспорт тарый. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, аварияла һәләк булыусылар юҡ. Күпме кеше йәрәхәтләнеүе әлегә билдәһеҙ. Авария урынында шунда уҡ ҙур тығын барлыҡҡа килгән. Унда юл инспекторҙары эшләй.    

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика