Хәйбулла районында ташҡынға бәйле хәл тотороҡлана

Хәйбулла районында ташҡынға бәйле хәл тотороҡлана 14.04.2017

Таналыҡ йылғаһы ярҙарынан сығыу сәбәпле, Первомайское ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләргә пенсия һуңлатылды. Район үҙәге Аҡъяр менән транспорт бәйләнеше өҙөлгән.

Шуға ла почта машинаһына Баймаҡ аша урап йөрөргә тура килде, ти ауылда йәшәүсе Сәлимә Ниғәмәтова. Былтыр ауыл эргәһендә Таналыҡ аша күпер төҙөлә башлаған. Эш тамамланып өлгөрмәгән, ваҡытлыса һалынған торбаны яҙғы һыу йыуған.
Дөйөм алғанда, әле  район йылғалары һәм гидроҡоролмаларында  һыуҙың  кимәле нормаға ярашлы тип билдәләй белгестәр. Төбәктә быйыл ҡар сағыштырмаса аҙ булған,  шуға күрә көслө ташҡын  көтөлмәй. Таналыҡ йылғаһы буйынса  иң көсөргәнешле осор   үткән.  
Әле  иғтибар үҙәгендә, Һаҡмар йылғаһы. Унда бөгөн төндә боҙ ҡуҙғалыуы,  йылғаның күтәрелеүе һәм артыҡ һыуҙы ағыҙыу ҡоролмаларының эшләп китеүе күҙаллана. Аҡъяр һыуһаҡлағысында  иһә бөгөн егерме һигеҙ миллион куб һыу тотола. Дөйөм алғанда, был һыуһаҡлағыста  ҡырҡ туғыҙ миллион кубҡа  тиклем  һыу йыйылыу мөмкинлеген иҫәпкә алып,  ҡар кимәле анализдары буйынса, һыуһаҡлағыстан артыҡ һыуҙы ағыҙыу талап ителмәүе  мөмкин.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика