Кеше ғүмерен ҡыйыусы тимер юл

Кеше ғүмерен ҡыйыусы тимер юл 06.07.2016

Шишмә районындағы Шөңгәккүл халҡы ауыл уртаһынан үткән тимер юлын шулай тип атай. Һуңғы йылдарҙа ғына станцияла тиҫтәләп кеше поездан тапалып үлде, ти урындағылар. Өс көн элек кенә был ҡәһәрле урында тағы бер фажиғә теркәлде. Тимер тәгәрмәстәр аҫтында 60 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Ауыл халҡы тимер юлы аша күпер төҙөүҙәрен һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәй. Былтыр республиканың транспорт прокуратураһы был урында үткәүел төҙөргә ҡушҡайны. Талап үтәлгән. Ләкин хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәне.

Үҙәкте өҙөрҙәй ажғырып килгән поездар тиҙлекте кәметмәй ҙә ауылды икегә ярып үтә. Тимер юлының бер яғында халыҡ йәшәһә, икенсе өлөшөндә мәктәп, кибеттәр һәм башҡа социаль учреждениелар. Шөңгәккүл халҡы көндәлек мәшәҡәттәр менән  дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып  тимер юлы аша йөрөргә мәжбүр.
Тимер юлы аша йәйәүлеләр өсөн үткәүелдең булғаны ла юҡ. Шуға күрә халыҡ ҡайҙа етте шунан йүгереп үтә. Поезд тәгәрмәстәре аҫтында ҡалыу осраҡтары ла йыш теркәлә, ти урындағылар. Һуңғы фажиғәне ауыл халҡы онотоп та өлгөрмәгән.
Владимир Еранов,  Шөңгәккүл ауылында йәшәүсе:  «Өс көн элек булды. Мин үҙем күрмәй ҡалдым. Ҡатын ошо тирәнән яйлап сығып барған. Поезд килгәнен абайламаған да. Машинист кешене күргән тиҙәр, әммә ҙур составты туҡтатып өлгөрә алмаған. Ауылдашымды тапалғандан һуң танып та булмай ине».
Тимер юлы өҫтөнән үткәүел  төҙөүҙәрен һорап ауыл халҡы ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән. Рәсәй тимер юлдары аныҡ ҡына  яуап бирергә ашыҡмай. Күпер төҙөү аҡланмаған сығым, тип иҫәпләй. Республиканың транспорт прокуратураһы былтыр ошондай уҡ фажиғәле хәлдән һуң район хакимиәтенә үткәүел төҙөргә ҡушҡайны. Талап үтәлгән кеүек тә. Әммә күренеүенсә, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала.
Вагон аҫтарынан йөрөү ярай ҙа, тик шуныһы, поездың ҡуҙғалыуы тураһында алдан иҫкәртмәйҙәр, ти Шөңгәккүл халҡы. Оло йәштәгеләр, мөмкинленктәре сикләнгәндәр состав алдынан сығып өлгөрмәй йәрәхәтләнгән осраҡтар ҙа бар.
Тимер юлы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, оҙаҡламай был урында дежур станцияһын бөтөнләй аласаҡтар. Йәғни, поездар туҡтап тормай нисек килгән шул тиҙлек менән үтеп китәсәк. Ул сағында ғүмер ҡыйыусы тимер юлы ҡорбандары тағы ла күбәйеүе ихтимал, тип хафалана Шөңгәккүл халҡы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика