Көслө лә ул, аҡыллы ла... йыртҡыс та! 10.09.2015

Архангел районының Родинский ауылында айыуҙар йорт хайуандарына һөжүм итә. Ике аҙна эсендә генә биш ихата малын юҡ иткән. Бынан тыш, был төбәктә йәшәүселәр урман кейегенең кеше ташланыуында ла ғәйепләй. Ике аҙна элек ғәйеп булған ҡатындың ҡайҙа икәнлеге әлегәсә билдәһеҙ.

Бынан аҙна элек теркәлгән ваҡиғаны Родинский ауыл халҡы ытырғанып иҫкә ала. Һыйырҙың үкереүенән тотош ауыл халҡы уяна. Ул төнгө икеләр тирәһендә теркәлә. Ауылдаштар шунда уҡ эҙләргә тотона. Ләкин айыу эҙенә сыға алмайҙар. Ә инде һыйырҙы, ысынында уның ҡалдыҡтарын тап ошо урында табалар.
Хәҙер был урында бер ни ҙә булмаған да төҫлө. Ҡан менән тулған эргә-тирә ямғырға йыуылып, ергә һеңгән. Һыйыр ҡалдыҡтарына тәүгеләрҙән булып Хәтип Сәғитдинов юллыға. Һыйыр күршеһенеке булып сыға. Ә бынан теүәл өс көн элек айыу уның да малын алған булған.
Айыуҙың Родинский ауылына тәүгә килеүе түгел. Йыл да икешәр-өсәр баш һыйырҙы йығыуы ғәҙәти хәлгә әйләнде, ти ауылдаштар. Шуға ла халыҡ малын эттәре менән бергә ҡарауыллап алып ҡайта.
Белгестәр әйтеүенсә, айыуҙарҙың малға ташланыу осрағы ғәҙәттә сентябрҙә теркәлә. Быны улар урман кейегенең миләш емештәрен ашап иҫереүе менән аңлата. Ошо уҡ райондың ауылдарҙың береһендә ике аҙна элек һыуға тип сыҡҡан ҡатын юғалған. Биҙрәһе табылһа ла, шәхестең ҡайҙа икәнлеге әлегәсә билдәһеҙ. Ауыл халҡы айыу ҡорбаны булғандыр, тигән фекерҙә. Әйткәндәй, урман хужаһы быйыл Архангелдән тыш, Кушнаренко, Ғафури райондарында ла үҙен танытҡан. Был төбәктәрҙә ул умарталыҡты туҙҙырған. Әле урындағы халыҡ ҡаты һыуыҡтар төшмәйенсә тыныс күңел менән ауыл урамдары буйлап үтмәйәсәк. Бөгөн, йә иртәгә ҡыңғырау тағылған бөйрәкәйҙең ҡайтмауы өсөн хәүефләнә.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика