Көрт аша «Ҡыҙыл әтәс»кә ҡаршы көрәшкә

Көрт аша «Ҡыҙыл әтәс»кә ҡаршы көрәшкә 08.02.2016

Өфөнөң Бәләкәй туғай урамындағы йорттарҙың береһе ут эсендә ҡалғанда өйҙә бер кем дә булмай. Шаһиттар билдәләүенсә, янғын һүндереүселәр ваҡытында килеп етә, әммә урамдағы юлдың ваҡытында таҙартылмауы техника хәрәкәтен ҡатмарлаштыра. Фажиғә урынына тик бер машина ғына барып етә алған.

Бер төн эсендә Ирина Фомичева ике ҡыҙы менән бергә урамда тороп ҡала. Ҡулында паспорт ҡына, башҡа документ, әйберҙәрҙе өйҙән сығарып өлгөрмәйҙәр. Янғын сыҡҡанда ҡатын балалары менән ҡунаҡта була, әлегә ул фараздар менән генә йәшәй. Ут төрткәндәрме, әллә быға электр йылытҡысы сәбәпсеме - барыһын да махсус тикшереү асыҡлаясаҡ.
Ирина Фомичева, зыян күреүсе: «Миңә күршем шылтыратып әйтте. Ҡырҡ минут эсендә ҡайтып еттем. Бында янғын һүндереүселәр эшләй ине, һаман шаңҡыу хәлендәмен. Беҙ бер нимәһеҙ тороп ҡалдыҡ».
Ярай, янғын ваҡытында  ел булмай. Юғиһә, бындағы йорттар бер- береһенә яҡын урынлашҡан. Күрше өйҙә йәшәүсе ир, ут сығыуын күргәс тә, ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата.
Тик Бәләкәй туғай урамына тәүге янғын һүндереү машинаһы үтә алмай, тап ошо боролошта туҡтап ҡала. Сәбәп ябай - юл тар, ҡышҡыһын ҡарҙан һирәк таҙартыла. Ә бит янғын сыҡҡан йортҡа тиклем ни бары ике метр самаһы ғына ҡала.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, артабан ҡотҡарыусылар  урамдың икенсе яғынан да инеп ҡарай. Хәйер, унда хәл яҡшыраҡ була, шулай ҙа юл ситендә текә урындар бында ла күп.
Валерий Ефремов, Бәләкәй Туғай урамында йәшәүсе: «Бына ошонда бер янғын һүндереү машинаһы төшөп китә яҙҙы. Саҡ-саҡ ҡалды, юғиһә,  кәртәне емереп, баҡсаға инеп китер ине. Бында бәлә бының менән генә сикләнмәҫ ине. Был техника башҡаларының хәрәкәтен тотҡарланы».
Тамара Васильева, Бәләкәй Туғай урамында йәшәүсе: «Янғын һүндереүселәр генә түгел, юлдан башҡалар ҙа үтә алмай йонсой. Мин үҙем генә бер нисә ҡат көрткә баттым, ағайым да аҫҡа төшөп китеп ҡоймаға барып бәрелде».
Нисек кенә булмаһын, янғын һүндереүселәрҙең урындағы юл торошона бер ниндәй ҙә дәғүәһе юҡ. «Ваҡытында килеп етеп, эшкә тотондоҡ», - тиҙәр. Йортто ялмап алған утҡа ҡаршы көрәш оҙаҡ дауам итмәй.
Виталий Барзайкин, янғын һүндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Янғын хеҙмәтенә таңғы сәғәт дүрттәр тирәһендә йортта ут сығыу тураһында хәбәр килә. Алты минуттан һуң беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тәғәйенләнгән урынға барып етә. Техник регламенттан ситләшеүҙәр юҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ут һүндерелә».
Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, юлдарҙы таҙартҡанда, тәү сиратта, иғтибар ҙур урамдарға йүнәлтелә. Эш алдан төҙөлгән график буйынса башҡарыла.
Шулай ҙа Бәләкәй туғай урамында йәшәүселәр юлды күп осраҡта «үҙебеҙ ҡарҙан таҙартабыҙ»,-тип иҫәпләй. Ирина Фомичева иһә ҡыҙҙары менән әлегә әсәһе йәшәгән бер бүлмәлә төпләнгән. Ҡатын балалар баҡсаһында эшләй, балаларын яңғыҙы тәрбиәләй. Янған йортҡа килгәндә, ул страховкаланмаған була. Бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә теләһәгеҙ экрандағы иҫәпкә аҡса күсерә алаһығыҙ. Бәйләнеш өсөн телефон - 89871389636. Мәрхәмәтле булайыҡ!

ҺАҠЛЫҠ БАНКЫНДАҒЫ ИҪӘП: 639002069031653957
ФОМИЧЕВА ИРИНА СЕРГЕЕВНА
БӘЙЛӘНЕШ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: 8 987 13 89 636

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку