Көндәрҙең насар тороуы республикала төрлө күңелһеҙ хәлдәргә килтерҙе

Көндәрҙең насар тороуы республикала төрлө күңелһеҙ хәлдәргә килтерҙе 24.04.2015

Бөгөн Өфөнөң Гурьев урамында ҡолаған ҡайын ағасы 4 автомобилгә ҙур ғына зыян килтерҙе. Хәҙер водителдәргә транспорт сараларын ремонтлау өсөн байтаҡ сығымдар талап ителәсәк. Шаһиттар ағастың алдан уҡ серек булыуын билдәләй. Әммә бер кем дә быға ваҡытында иғтибар биреп тормаған.  

Ә был фото Салауатта төшөрөлгән. Ҡаланың Космонавтар бульварында ҡолаған ағас аҫтында 7-се модель ВАЗ автомобиле ҡалған. Ошондай уҡ хәл Нефтекамала ла теркәлгән.  Миәкә районында иһә ҡапыл сыҡҡан дауыл урындағы мәктәп-интернатҡа зыян килтергән. Ә Күмертауҙа ел эсемлектор ҡуйылған  һыуытҡысты ауҙарған. Артабанғы һауа торошона килгәндә синоптиктар айырым райондарҙа елдең секундына 22 метрға тиклем көсәйеүен фаразлай. Йылы һәм аяҙ көндәр киләһе аҙна башында ғына көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку