Күмертау, әлбиттә, Чикаго түгел, әммә был ҡала урамдарында ла ысын бандиттарҙы осратырға мөмкин

Күмертау, әлбиттә, Чикаго түгел, әммә был ҡала урамдарында ла ысын бандиттарҙы осратырға мөмкин 29.07.2014

Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған 22 йәшлек егет тап кеше талау, мутлашыу һәм наркотиктар һаҡлауҙа ғәйепләнә. Тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән дә ул тәүге тапҡыр ғына осрашмай.

Белмәмешкә һалышһа ла аҡланырға урын юҡ. Оператив видеояҙмала полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алыныусының машинаһын тентеү барышы теркәлгән. Тәртип һаҡсылары автомобилдә тилерткес матдә таба. Егет уны ныҡ йәшергән була. Ошонда уҡ ҙур ғына күләмдә аҡса табыла. Полиция хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, егет уларҙы һатылмаған автомобиле өсөн танышынан тартып алған. Һатыусы ҡорос аты өсөн ҡаты итеп иғәнә ҡалдырыуын талап итә. Көс ҡулланыуҙан ҡурҡҡан Күмертау кешеһе уға 40 мең һум аҡсаһын тоттора. Ҡалғанын иртәгә бирәм тип вәғәҙәләй. Иртәгәһенә иһә егетте полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Автомобиль хужаһының шәхесен асыҡлау барышында полиция менән уның яҡындан таныш булыуы асыҡлана. 22 йәшендә генә булыуға ҡарамаҫтан егеттең өс тапҡыр кеше талау һәм урлашыу статьялары буйынса хөкөмгә тартырылыуы билдәле була. Әле уны тағы ла суд эскәмйәһе көтә. Ҡулға алыныусы енәйәт кодексының бер юлы өс статьяһы буйынса закон боҙоуҙа ғәйепләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку