Күмертау ҡалаһында биш кешене үлтереүсе 22 йәшлек Константин Сурков менән 24 йәшлек Сергей Букаев ҡалған ғүмерҙәрен төрмәлә уҙғарасаҡ

Күмертау ҡалаһында биш кешене үлтереүсе 22 йәшлек Константин Сурков менән 24 йәшлек Сергей Букаев ҡалған ғүмерҙәрен төрмәлә уҙғарасаҡ 18.05.2016

Бөгөн Республика Юғары Суды ҡанһыҙ енәйәтселәрҙе ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы.  

Бөтә республиканы тетрәткән фажиғә былтыр апрелдә теркәлде. 16 апрелдән 17-һенә ҡараған төндә ҡала фатирҙарының береһендә күңел асыусы йәштәр араһында низағ сыға. Иҫерек көйөнсә Сергей Букаев ҡунаҡтарҙың береһен уның кеҫә телефонын урлауҙа ғәйепләй башлай һәм егеттең муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Уның дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын да ошондай уҡ яза көтә. Ошо мәлдә фатирҙа йоҡлаусы 16-17 йәштәрҙәге ике ҡыҙ менән 17 йәшлек егетте Букаев менән Сурков шаһиттар булараҡ юҡ итә. Артабан улар фатирға ут төртөп, ҡорбандарының ҡиммәтле әйберҙәрен, кеҫә телефондарын  алып ҡаса.  Иртәгәһенә енәйәтселәр Өфөлә  М-5 федераль трассаһында ҡулға алына.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Тикшереү барышында 30-ҙан ашыу шаһиттан һорау алынды, күҙгә-күҙ осрашыуҙар ойошторолдо, енәйәт урыны ентекләп ҡаралды. Тәүге һәм төп версия - енәйәтселәрҙе  был көндө ошо фатирҙа булыусылар араһынан эҙләүгә бәйле ине. Артабан был уйҙырма иҫбатланды. Асыҡланыуынса, енәйәтселәр икеһе лә бер ҡайҙа ла эшләмәгән, йыш ҡына күңел асырға яратҡан. Улар шулай уҡ  психоневрология диспансерында иҫәптә торған. Әммә тикшереү барышында уларҙың үҙ аңында булыуҙары танылды. Енәйәт буйынса 30-лап эксперт тикшереүе уҙғарылды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку