Күмертауҙа 27 йәшлек спортсының үлемендә ғәйепләнеүселәрҙең барыһы ла ҡулға алынған

Күмертауҙа 27 йәшлек спортсының үлемендә ғәйепләнеүселәрҙең барыһы ла ҡулға алынған 15.03.2017

Әле тикшереү бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 5 мартҡа ҡараған төндә урындағы кафеларҙың береһендә теркәлә. Ирҙәр араһында сыҡҡан ыҙғыш  һөҙөмтәһендә бер кеше ауыр йәрәхәттәр ала. Өс көндән һуң 27 йәшлек Владислав Строин иҫенә килә алмай реанимацияла вафат була.

Ринат Вәлиев, Мәләүез район-ара тәфтиш бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Әлеге ваҡытта 27 йәшлек ирҙең үлемендә ғәйепләнеүсе  өс кеше ҡулға алынған.  Уларҙың береһе Күмертау район-ара суды ҡарары менән һаҡ аҫтында, ҡалған икәүһенең дә ғәйебе танылған. Әле уларҙы ла һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе ҡарала».    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку