Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында ҡоторған бесәй хужаларына ташланған

Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында ҡоторған бесәй хужаларына ташланған 02.02.2018

Хайуан өлкән йәштәге хужабикәнең ҡулын яралай. Район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре бесәйҙә ҡотороу сире булыуын асыҡлағас, Сәйетҡол һәм күрше Бикес ауылдарында барлыҡ йорт хайуандарына ҡайтанан вакцинация уҙғарырға ҡарар ителә. Ҡоторған бесәйҙән зыян күргән йорт хужаларына ла район дауаханаһында профилактик прививка яһала.

Белгестәр әйтеүенсә, ғәҙәттә ҡотороу сире яҙ миҙгелендә  теркәлһә лә, быйылғы  аномаль ҡыш уның таралыуына үҙгәрештәр индергән.  Ғәҙәттән тыш хәлде  Мәләүез территориаль ветеринария күҙәтеү идаралығы белгестәре лә  күҙәтеүгә алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку