Күгәрсен районы Мораҙым ауылындаға ихаталарҙың береһендә граждандар һуғышы йылдарынан ҡалған хәрби снаряд табылған

Күгәрсен районы Мораҙым ауылындаға ихаталарҙың береһендә граждандар һуғышы йылдарынан ҡалған хәрби снаряд табылған 19.09.2017

Һуғыш шаңдауына йорт хужаһы Ғәфүр Хоҙайғолов юлыҡҡан. Ул утынлыҡ төҙөү өсөн бағанаға ер ҡаҙыған ваҡытта ҡулындағы көрәк ҡаты тимергә барып төртөлә. Оҙаҡ уйлап тормай ауыл кешеһе билдәһеҙ әйберҙе ҡаҙып сығара.

Һуңынан  табыштың хәрби снаряд булыуын аңғарып ҡала. Был турала хужа шунда уҡ ауыл биләмәһенә хәбәр итә. Оло быуын вәкилдәре әйтеүенсә, бындай табыш Күгәрсен районы өсөн һирәк күренеш түгел. Сөнки ваҡытында төбәктә ҡыҙылдар һәм аҡтар араһында ҡыҙыу алыштар була. Өфөнән килгән саперҙар снарядты тикшереүгә алып киткән. Был мәлдә хужалар һәм күрше-тирәлә йәшәүселәр ваҡытлыса эвакуацияланған.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку