Ишембай районы Ғүмәр ауылында дауыл эҙемтәләре

Ишембай районы Ғүмәр ауылында  дауыл эҙемтәләре 27.01.2018

Тауҙар ышығында урынлашҡан ауылда халыҡтың йорт-ҡаралтыларының түбәләре  һәм  кәртәләре емерелгән. Миңлегөл Хәсәнованың йәйге йорт һәм гараж түбәһен  көслө ел аҡтарған, теплицаның бер-нисә бүлеме һынған. Унлап йорт хужаһы ҡаза күргән.

Ваҡиға урынына шунда уҡ  власть вәкилдәре лә килгән. Улар көслө елдән ҡаза күргән хужаларҙың исем-шәрифтәрен һәм зыян күләмен теркәгән. Яҡын арала матди зыян күләме иҫәпкә алынып, тейешле ярҙам күрһәтеләсәк.  
Юрий Дегтярев, Ишембай районының  ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса  комиссияһы рәйесе: «Ысынлап та, йорт-ҡаралтыларға өлөшләтә зыян килгән.  Беренсе нәүбәттә, комиссия ентекле ҡарағандан һуң, айырыуса мохтаждарға һәм аҙ тәьмин ителгәндәргә, оло йәштәгеләрг адреслы   ярҙам күрһәтеләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку